Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда үлемесле авария яһаған автобус водителе ҡулға алынды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Төбәк Тәфтиш идаралығы республиканың Архангель районында үҙе идара иткән автобусты түңкәргән 32 йәшлек Татарстан кешеһе ҡулға алынды тип хәбәр итә. Ул юл хәрәкәте һәм транспорт саралары ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙа һәм шуның менән ике йәки унан күберәк кешеләрҙең үлемендә ғәйепләнә.

Криминалсылар мәғлүмәте буйынса, 14 июлдә ир пассажирлы автобус руле артында Белореттан Яр Саллы ҡалаһына 39 кешене алып барған. Өфө – Инйәр – Белорет юлынан Архангель районда булғанда ул идараны юғалтҡан һәм юлдан ситкә сығып, автобусты кюветҡа ауҙарған. Һөҙөмтәлә 6 кеше үлгән, 30 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған тиҙәр тәфтишселәр.

Әле үлгән пассажирҙарҙың кәүҙәләренә Өфөлә суд-медицина тикшереүе үткәрәләр. Криминалсылар автобустың техник торошон тикшерә, уны ҡулланыу тәртибен боҙоуҙы асыҡлай. Татарстандағы коллегалар менән берлектә транспорт сараһы эйәһе — «Альтекс» компаниялар төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең документтары алына. Һуңынан яуаплы шәхестәргә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡулға алынған водитель быға тиклем тиҙлек режимын арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

http://www.bashinform.ru/news/1330412-v-bashkirii-zaderzhali-voditelya-avtobusa-kotoryy-ustroil-smertelnoe-dtp-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть