Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Республикала яҙғы хәрби саҡырылыш йомғаҡтары билдәләнде: 254 призывник әрмегә яраҡһыҙ булып сыҡҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Яҙғы хәрби саҡырылыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 4191 кеше әрме хеҙмәтенән азат ителгән, 254 кеше яраҡһыҙ булып сыҡҡан. Бының турала бөгөн БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә Башҡортостан хәрби комиссары Игорь Харченко хәбәр итте.

69 саҡырылыш комиссияһына тикшереүгә 20 483 кеше саҡырылған, 20 426 кеше килгән. Улар араһынан хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип 14 217 призывник табылған. 3935 кеше — сикләүҙәр менән яраҡлы.

1992-2001 йылғы призывниктарҙың бер өлөшө ДОСААФ-та һигеҙ хәрби һөнәр буйынса уҡыған. Мәҫәлән, 952 кеше С категорияһында водитель таныҡлығы алған.

  

Игорь Харченко саҡырылыш комиссияһы ағзалары ниндәй проблемаларға юлығыуы тураһында ла әйтеп үтте. Водителдәрҙе әҙерләү сифаты түбән: курсанттарҙың 10 проценты ғына машина йөрөтөү буйынса һынауҙы бер биреүҙә тапшырған. Шулай уҡ менингит һәм пневмококк ауырыуынан вакциналар етешмәй.

  

Радий Хабиров һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәүсе Максим Забелинға был һорауҙы хәл итергә бойорҙо.

Тағы Игорь Харченко Башҡортостанда элек хөкөм ителгән йәки иреккә сығарылған 2500 граждандан торған саҡырылыш резервы барлығын әйтте.

«Ләкин Генштаб бындай призывниктарға наряд ебәрмәне», — тине военком.

http://www.bashinform.ru/news/1330227-v-bashkirii-podveli-itogi-vesennego-prizyva-254-prizyvnika-okazalis-negodnymi-k-sluzhbe/

Теги: призыв
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть