Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан 2019 йылда 30 «ашығыс ярҙам» машинаһы һатып аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

  

Республиканың ашығыс медицина ярҙамы быйыл 30 автомобиль һатып аласаҡ. Уларҙың 27-һе — «В», өсәүһе — «С» категорияһына тура килә. Бының туралағы ҡарар бөгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә мәлендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәүсе Заксим Забелиндың докуладынан һуң ҡабул ителде.

  

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңы техника ҡайтарыу бюджетты тулыландырыу сәбәпле рәсми документтарға өҫтәмәләр индереү тураһындағы бойороҡтан һуң мөмкин буласаҡ.

«Бының турала ҡарар ҡабул итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров

  

Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе докладына ярашлы, бөгөн республика халҡын 558 «ашығыс ярҙам» машинаһы хеҙмәтләндерә. Уларҙың 57,9% өс йылдан кәмерәк тотонолған, 9,3% — өс йылдан биш йылғаса, 32,8% — биш йәштән күберәк.

  

Максим Забелин Башҡортостан тағы ла 167 берәмек «B» һәм 30 берәмек «С» категориялы транспортҡа мохтаж тип белдерҙе.

  

Республиканың ашығыс медицина ярҙамына былтыр 138 автомобиль һатып алынды.

http://www.bashinform.ru/news/1330200-bashkiriya-v-2019-godu-zakupit-30-avtomobiley-skoroy-pomoshchi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть