Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

«Башавтотранс»ҡа ҡала-ара рейстар өсөн 20 яңы автобус тапшырылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн республиканың төп пассажирҙар ташыусыһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа кешеләр ташыу өсөн 20 яңы автобус ҡайтарылды.

Былтыр йыл аҙағында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты «Востокавтотранс» акционер йәмғиәте менән 26 автобус буйынса контракт төҙөнө. Уның дөйөм хаҡы 184 миллион һум тәшкил итте, бер автобустың хаҡы 7 миллон һумдан ашып китә. Ҡалған алты берәмек транспорт июль айы аҙағына тиклем ҡайтарыласаҡ.

Водителдәргә “НефАЗ”дарҙың асҡыстарын республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Уға тиклем төбәк етәксеһе Өфөнөң 1-се автотранспорт предприятиеһында диспетчерҙар эше һәм техник күҙәтеү посы менән танышты. Аҙаҡтан предприятие етәксеһе вазифаһын үтәүсе Надир Самиев Радий Фәрит улына бер автобусты күрһәтте. Ул, үҙ сиратта водителдәрҙең эше шарттары менән ҡыҙыҡһынды һәм хәрәкәт мәлендә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге нисек үтәлеүенә айырым иғтибар бирҙе.

  

«Яңы автобустар Өфөнән Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Баймаҡ, Сибай ҡалаларына, Иҫәнғол ауылына рейстар яһаясаҡ. Бынан тыш, Башҡортостандағы 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән ер менән автобус бәйләнеше булдырыласаҡ. Бөгөн был “НефАЗ”дар Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан Нефтекама, Октябрьский, Туймазы һәм башҡа йүнәлештәргә сығасаҡ, уларға билеттар һатылған. Муниципаль-ара маршруттар өсөн тиҙҙән бәләкәй һәм уртаса һыйҙырышлы яңы автобустар көтәбеҙ» — тип белдерҙе журналистарға Надир Самиев.

Артабанғы сығышында ул яңы автобустар Радий Хәбиров ҡуйған бурысты — «Башавтотранс» маршруттары менән республиканың барлыҡ ҡалаларын һәм район үҙәктәрен бәйләүҙе үтәргә ярҙам итәсәк тип белдерҙе. Бығаса өҙөклөктәр менән башҡарылған йәки бөтөнләй юҡҡа сығарылған рейстар тергеҙеләсәк.

“НефАЗ”дар Татарстандың Яр Саллы һәм Ҡазан ҡалаларына, Пермь крайына һәм Ырымбур өлкәһенең Тоҙ-Илек курорт ҡалаһына юлланасаҡ. Автобус бер линияла көнөнә уртаса алғанда 800 саҡрым үтәсәк, айына 2 меңдән ашыу кешене ташыясаҡ.

Радий Хәбиров үҙ телмәрендә автобус паркы яңыртыу «Башавтотранс» эшен сифат яғынан үҙгәртәсәк һәм республика халҡын уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт менән тәьмин итәсәк тине.

Әйтергә кәрәк, предприятие һуңғы мәртәбә яңы автобустарҙы 2016 йылда алды. Ул мәлдә ҡала эсендә йөрөтөү өсөн 100 ҙур класлы автобус һатып алынды.

http://www.bashinform.ru/news/1330152-bashavtotrans-poluchil-20-novykh-avtobusov-dlya-mezhdugorodnikh-perevozok/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть