Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Ҡыҫала тотоу фестиваленә республикаға төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән туристар килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Рушана Ибраева/.

Башҡортостанда өсөнсө «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре ҡул аҫтындағы материалдарҙан ҡыҫала тотоу ҡоралы эшләгән фестивалдәр бер ҡайҙа ла юҡ. Шуға Мәләүез районындағы Иштуған базаһына Ярославлдән, Яр Саллынан, Екатеринбургтан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан киләләр.  Быйыл сит илдән дә ҡатнашыусылар булды, атап әйткәндә, Һиндостандан студенттар. Улар концертта сығыш яһап һәм барлыҡ теләүселәргә тридицион һинд уйындарын өйрәтеп, байрамды биҙәне.

Фестивалгә бөтәһе биш йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы килгән. Ҡыҫала тотоуҙан тыш улар 180 сарала: оҫталыҡ дәрестәрендә, квестарҙа, ярыштарҙа ҡатнаша алды. Ул иһә Мәләүездән, Салауаттан, Өфөнән килгән төрлө-төрлө оҫтаханаларҙа ваҡ-төйәк нәмәләр эшләү ҙә, «Ҡаты тупраҡ» фондынан экологик квест та, Мәләүез туристик клубынан тотҡарлыҡлы һыҙат та, күл буйлап SUP-бордта йөҙөү, атта йөрөү, йорт хайуандары – ишәк, быҙау, бәрәстәр менән аралашыу, «Башҡортостан» милли паркынан оҫталыҡ дәрестәре. 

Төп саралар, әлбиттә, фестивалдең төп геройы – ҡыҫала менән бәйле булды. Ул – ҡыҫала уҙышы, «Иван Раков» ҡыҫала бешереү ойошмаһынан ҡыҫаланан ауыҙ итеү мөмкинлеге, ҡыҫала тотоу ҡоролмаһын эшләү, уны һыуҙан сығарыу һәм табышты иҫәпләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Иң эре ҡыҫала 84 грамм тартты. Иң ҙур табыш Яр Саллынан килән ҡунаҡтарҙа булды – 1513 грамм. Күп кенә ҡатнашыусылар тотҡан ҡыҫалаларын күлгә кире ебәрҙе.

Фестиваль 2018 йылда Russian Event Awards ваҡиға туризмы өлкәһендәе Милли премия дипломанты. Фестивалдең ойоштороусыһы Рина Гринберг һүҙҙәренсә, фестивалдең рекламаһына ни бары 900 һум тотонола, бәйгеселәр уның тураһында социаль селтәрҙәрҙән һәм яңылыҡтарҙан белгән.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда бер нисә ҙур-ҙур сара уҙғарыла, ҡыҫала тотоу фестивале ҡатнашыусыларҙың географияһы буйынса үҙенсәлеклеләрҙең береһе булды. Уны хәҙер төбәк-ара тип атарға ла мөмкин. Фестивалдең уңышы, ғәҙәти булмаған идеянан тыш – тыныс ғаилә мөхитендә. Бәйгеселәрҙең күпселеге балалары менән килгән. Фестиваль рокк-төркөмдәренең сығышы менән тамамланды, ата-әсәләр ҡушылып йырланы һәм бейене, балалар шунда уҡ йыһазландырылған балалар майҙансығында уйнаны.

Быйыл фестиваль эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында уҙғарылды. Майҙансыҡта ойоштороусыларға Салауаттан килгән ирекмәндәр ярҙам итте. Фестивалдең уңышлы үтеүендә төп роль «Иштуған» мәҙәни балыҡсылыҡ хужалығында. Сергей Колесников етәкселегендә күлгә әйләнгән карьер буйҙарында ял өсөн заманса инфраструктура булдырылған: уңайлыҡтары менән йыл әйләнәһенә ҡунаҡ йорттары, кафе, пирстар, сәхнә, сатырҙар. База 1200 кешегә иҫәпләнгән.

Фестивалде уйлап сығарған Рина Гринберг өлгәшелгәндә туҡталып ҡалырға уйламай. Ҡыҫала тотоу фестивален көҙгөһөн – халыҡтың туристик әүҙемлеге кәмеүгә табан барғанда, ә тәбиғәт сағыу төҫтәре һәм матур күренештәре менән ҡыуандырған саҡта уҙғарыу идеяһы бар. Шуныһы яҡшы, ҡыҫалаларҙы күлдәр туңғансы тоторға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1329952-na-festival-lovli-rakov-v-bashkiriyu-priekhali-turisty-iz-raznykh-regionov-i-stran/

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть