Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Ричард Смит Өфөлә үткән 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына юғары баһа бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Әҙерлек бик етди, инфраструктура, ярыштарҙы уҙғарыу, спорт ҡоролмалары, уйындарҙы хеҙмәтләндереү – барыһы ла бик яҡшы булды. Хәҙер Өфөнөң бөтә донъяға Башҡортостандың баш ҡалаһы ниндәй иҫ киткес ҡала икәнлеген һөйләрлек мең ярым илсеһе бар».

Ошо хаҡта ярыштар тамамланғас йомғаҡлау матбуғат конференцияһында Халыҡ-ара балалар уйындары генераль секретары Ричард Смит белдерҙе.

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин спортсыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотланы, тренерҙарға, Халыҡ-ара балалар уйындары комитетына һәм уйындарҙың генераль бағыусыһы – «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, шулай уҡ ярыштарҙы яҡтыртҡан журналистарға рәхмәт әйтте.

«Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡала ҡунаҡтарына уңайлы һәм имен булһын өсөн барыһын да эшләргә тырыштыҡ», — тип билдәләне ул.

  Дөйөм алғанда өфөләр 25 миҙал яуланы, шул иҫәптән – һигеҙ алтын, алты көмөш һәм 11 бронза.

Туғыҙ спорт төрө буйынса бөтәһе 88 наградалар комплекты уйнатылды.

«Футбол дуҫлыҡ өсөн» программаһының йәш илсеһе, Өфө спортсыһы Альберт Зиннәтов ойоштороусыларға бөтә балалар исеменән сағыу һәм ҡыҙыҡ ярыштар өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ тыуған Өфө ҡалаһы ҡышҡы ла, йәйге лә Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул иткән берҙән-бер ҡаланан сығыш яһағаны өсөн шатланыуын белдерҙе. «Футбол дуҫлыҡ өсөн» программаһының йәш илсеһе булараҡ Альберт Зиннәтов бындай халыҡ-ара проекттар бөтә донъя буйлап балаларға ишетелергә, үҙ һәләттәрен күрһәтергә һәм киләсәккә юл һалырға ярҙам итә тип иҫәпләй.

http://www.bashinform.ru/news/1329867-richard-smit-dal-vysokuyu-otsenku-podgotovke-i-provedeniyu-v-ufe-53-letnikh-mezhdunarodnykh-detsk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть