Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Эксперттар һөткә хаҡтар буйынса Башҡортостандың иң ҡиммәт ҡалаһын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанстат, һайланма күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, июнь айына 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә уртаса ҡулланыу хаҡтарын баҫып сығарҙы.

Атап үткәндә, иң ҡиммәт һөт Өфөлә һатыла. Был эсемлектең бер литры уртаса 48,51 һум тора. Икенсе урында – Урал аръяғының баш ҡалаһы – Сибай. Бында һөттө 46,24 һумға һатып алырға мөмкин. Өсөнсө урын Нефтекамала – бер литры 45,7 һум. Иң арзан һөт Стәрлетамаҡта һатыла – бер литры 43,94 һум.

Башҡортостанда һөттөң уртаса хаҡы — 47,1 һум.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, хаҡтар июндә ағымдағы йылдың ғинуары менән сағыштырғанда ярайһы үҙгәргән. Мәҫәлән, ҡышын  иң ҡиммәт һөт Нефтекамала һатылған (47,67 һум). Өфөлә эсемлектең бер литры 47,36 һум торған, Сибайҙа – 44,17 һум, Стәрлетамаҡта – 43,05 һум.

Ғинуарҙа бер литр һөттөң уртаса хаҡы 46,19 һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1329966-eksperty-nazvali-goroda-bashkirii-s-samym-dorogim-molokom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть