Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Өфө Халыҡ-ара балалар уйындары флагын Венгрияның Кечкемет ҡалаһына тапшырҙы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Ватан» этнопаркында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһында Өфө Уйындарҙың флагын 2020 йылда ярышты ҡабул итәсәк Венгрияның Кечкемет ҡалаһына тапшырҙы.

Быға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында миҙал өсөн көрәшкән бөтә командалар ҙа финал парадында ҡатнашты. Рус һәм туған телдәрендәге сәләмләүҙәр, өфөләрҙең алҡыштары – былар барыһы ла балаларға үҙҙәрен ҙур ваҡиғаның бер өлөшө итеп хис итергә мөмкинлек бирҙе.

Майҙанға спортсылар янына Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәләле Каринэ Хәбирова менән килде. Республика етәксеһе төбәктән (Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Күмертау, Туймазы) бөтә командалар вәкилдәре менән аралашты. Тренерҙар һәм йәш спортсылар оҙаҡ ҡына Радий Хәбиров менән һөйләште, ә ул бер кемгә лә селфи төшөүҙән баш тарта алманы. Өфөнөң сит ил ҡунаҡтары ла төбәк етәксеһе менән ҡыҙыҡһынып, фотоға төшөү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманы.

Ҡунаҡтар һәм өфөләр өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) йырланы. Концерт салют менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1329862-ufa-peredala-flag-mezhdunarodnykh-detskikh-igr-vengerskomu-gorodu-kechkemet/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть