Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Шишмәлә мәсеткә һәм сиркәүгә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Шишмә районы буйлап эш сәфәре барышында Радий Хәбиров хажи Хөсәйенбәк исемендәге мәсеттә һәм Успение православие ғибәҙәтханаһында булды. Шишмә районы имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт республика етәксеһенә мәсеттең 2014 йылда төҙөлөүе тураһына һөйләне.

Урындағы «Мәхәллә» мосолмандар дини ойошмаһы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына ҡарай. Мәсеттә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр бүлмәләре бар. Барлыҡ теләүселәр өсөн йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Мәсет ҡарамағында мохтаждарға ярҙам итеү үҙәге эшләп килә. Бында шулай уҡ йыл һайын имам хажи Хөсәйенбәктең яҡты иҫтәлегенә арнап, республика мосолмандары йыйыны уҙғарыла. Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар китабына теләктәрен яҙҙы: «Иҫ китерлек матур мәсетегеҙ өсөн рәхмәт. Аллаһы тәғәлә Һеҙҙе һаҡлаһын! Һеҙгә һәм йортарығыҙҙа тыныслыҡ!».

Төбәк етәксеһе мәсет эрәһендә урынлашҡан Өфө митрополияһының Успение ғибәҙәтханаһында ла булды. Ғибәҙәтхана ҙур булмаған ағас сиркәү урынында төҙөлгән. Экскурсияны Шишмәлә Изге Богородицаның Успение ғибәҙәтханаһы башлығы протоиерей Владимир Жданов уҙғарҙы. Башҡортостан етәксеһен ҡыңғырыуҙар сыңы менән оҙаттылар.

«Бына шундай шәмбе килеп сыҡты... Донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ күңел һәм йөрәк тураһындағы уйҙарға тартылдырҙы... Шишмәлә мосолмандар һәм православие динендәгеләрҙең ғибәҙәтханалары (республиканың күпселек ҡалаларына һәм ауылдарына хас) яҡын, юл аша ғына тора. Икеһе лә таҙа һәм төҙөкләндерелгән. Ләкин иң мөһиме – икеһендә лә изге күңелле, ысын православие батюшкаһы һәм мөфтөй... ошолай итеп беҙ тыныслыҡта һәм берҙәмлектә йәшәрбеҙ... PS. эш буйынса ла яҡшы килеп сыҡты. Район тәртибе, иҡтисади киләсәге һәм үҫешеү теләге менән хайран ҡалдырҙы. Проблемалар ҙа бар. Хәл итербеҙ һәм ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ», — тип яҙған Радий Хәбиров Facebook-тағы сәхифәһендә.

http://www.bashinform.ru/news/1329749-radiy-khabirov-v-chishmakh-posetil-mechet-i-pravoslavnyy-khram/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть