Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

«Алға, Урал аръяғы» фестиваленә биш йөҙҙән ашыу ҡунаҡ килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Йылайыр районының Һаҡмар йылғаһы буйында уҙған «Алға, Урал аръяғы» фестиваленә биш йөҙҙән ашыу ҡунаҡ йыйылды.

«Башинформ» агентлығына хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа 72 команда ҡатнашты. Бокс буйынса асыҡ Урал аръяғы чемпионатында Башҡортостандың алты районынан һәм ҡалаһынан 7-16 йәштәрҙәге 72 бәйгесе көрәште.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, егеттәр яҡшы әҙерлектәрен күрһәтте.

«Фестиваль тәүгә ойошторолдо һәм спорттан тыш, уның туристик яғына ла иғтибар иттек. Палатка йыйыу-һүтеү, усаҡ яғыу буйынса байтаҡ конкурстар уҙғарҙыҡ», — тине Александр Коротков.

Фестиваль күңелле дискотека менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1329872-v-bashkirii-festival-alga-zaurale-sobral-bolee-pyatisot-gostey/

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть