Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө командаһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының еңеүсеһе булды

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында Башҡортостандың баш ҡалаһында туғыҙ спорт төрө буйынса 88 наградалар комплекты уйнатылды. Өфө командаһы уйындарҙа 8 алтын, 6 көмөш, 11 бронза, йәмғеһе 25 миҙал яуланы.

«Уйындың концепцияһы буйынса миҙалдар иҫәбе һәм урындар буйынса йомғаҡ яһау ҡаралмаған. Иң мөһиме, балаларыбыҙҙың үҙ-ара аралашыуы, — тип билдәләне 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының баш судьяһы Андрей Кривошеев. — Әммә Өфөнөң беренсе урынға сығыуын хәбәр итергә шатмын».

Халыҡ-ара балалар уйындарының генераль секретары Ричард Смит Өфөлә уҙғарылған Уйындарҙы иҫ киткес тип атаны.

  «Волонтерҙар кәрәк урында һәр саҡ әйтеп торҙолар һәм алсаҡ булдылар. Бында килгәс бирелгән телефоным ике тапҡыр ғына шылтыраны. Был яҡшы билдә, — тине Ричард Смит. — Мин өфөләрҙең ҡунаҡсыллығы тураһында беләм һәм хәҙер ҡаланың ошо хаҡта бөтә донъяға һөйләрлек 1500 илсеһе бар».

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар киләсәктә Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ һәм илебеҙ өсөн миҙалдар яулаясаҡ тип билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1329771-komanda-iz-ufy-stala-pobeditelnitsey-53-kh-letnikh-mezhdunarodnykh-detskikh-igr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть