Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.61 ↓

EUR 72.83 ↑

23 август, Йома

Уфа   °

Туймазы районында Бишенде йылғаһы аша күпер сафҡа инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканың Туймазы районынан үткән Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы төбәк юлында Бишенде йылғаһы аша күпер асылды.

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, контракт буйынса күперҙе ҡулланыуға тапшырыу ваҡыты октябрь айына тура килә. Ҡоролманы тергеҙеү быйыл ғинуар айында башланды. Подрядсыларҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүе һәм заманса техника ҡулланыуы объектты ваҡытынан алда тапшырырға мөмкинлек бирҙе. Яңы күпер кәм тигәндә 25 йылдан артыҡ хеҙмәт итәсәк.

Әле 35 метрлыҡ күперҙе яңыртыу эштәре тамамланған, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Таянғыстары буяла, ҡоролма ситтәре һәм юл буйҙары тәртипкә килтерелә. Объекттың генераль подрядчигы – «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер отряды. Әйткәндәй, был ойошма Өфөлә яңы Затон күперен төҙөнө. Отряд Бишенделә тулыһынса иҫкергән күперҙе һүтте, яңыһын тимер-бетон бағаналарҙан йыйып, монолитлы ригелдәр менән тоташтырҙы.      

  

«Быйыл төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа 582 погон метрлыҡ 12 күпер яңыртыласаҡ һәм төҙөләсәк. Бының өсөн республика бюджетынан 850 миллион һум аҡса бүленгән. Дөйөм оҙонлоғо 1,3 километр тәшкил иткән 13 күпер ремонтлана, уға 190 млн һум бүленгән», — тип белдерҙе БР Юл хужалығы идаралығының федераль программалар буйынса етәксе урынбаҫары Азамат Тайыпов.

  

Яңы һәм реконструкция үткән объекттар Дүртөйлө, Краснокама, Баймаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баҡалы, Бөрө, Мишкә һәм Илеш райондарында урынлашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1329461-v-tuymazinskom-rayone-bashkirii-otkryli-most-cherez-reku-bishindy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть