Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дыуан районында яңы модулле ФАП асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 11 июлдә Дыуан районының Һикәяҙ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылыуы тураһында хәбәр итте.  65 квадрат метр майҙанлы бинала хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында фельдшер ҡабул итеү, процедуралар, прививкалар яһау, күҙәтеү, санитар-көнкүреш кабинеттары, электр щиты урыны, килеүселәр көтөп ултырыу өсөн бүлмә бар. Пункт тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған: электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, стерилизатор, тонометр, гинекологик кресло, дарыу өсөн һыуытҡыс бар.

«ФАП-ты төҙөү һәм монтажлау, электр үткәреү, кәрәкле йыһаздар, мебель һатып алыу республика бюджеты иҫәбенә башҡарылды. Район хакимиәте һыу һәм канализация үткәрҙе, — тип хәбәр итте ведомство вәкиле. — Фельдшер-акушер пункты Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә асылды».
Хәҙер Һикәяҙ ауылы ФАП-ында 916-нан ашыу кеше, шул иҫәптән 230 балаға беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк.  Әйтергә кәрәк, Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды. http://www.bashinform.ru/news/1329428-v-duvanskom-rayone-bashkirii-otkrylsya-novyy-modulnyy-fap/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть