Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәндәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

10 июлдә баш ҡаланың Пушкин урамында хоҡуҡ һаҡлаусыларға һөжүм иткәндәр. Патрулдәге полиция хеҙмәткәрҙәре шик тыуҙырған ике егетте күреп ҡалған. Улары, үҙ сиратта, патрулде күреп, автомобилгә ултырып ҡасырға теләгән.  

Хоҡуҡ һаҡлаусылар егеттәрҙе туҡтатырға маташҡанда, руль артындағыһы полицейскиҙың битенә газ баллонынан һиптергән һәм машинаһын ҡапыл алға хәрәкәт иттереп, икенсеһен бәрҙергән. Егеттәр шулай итеп ҡасҡан. Уларҙы тиҙҙән Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы ЮХХДИ дәүләт инспекцияһы хеҙмәтенең юл-патруль полкы инспекторҙары туҡтатып ҡулға алған. Зыян күргән полиция хеҙмәткәрҙәре медицина ярҙамы һорап дауаханаға мөрәжәғәт иткән.  

    

«Хоҡуҡ һаҡлаусыларға Өфөлә йәшәүсе 19 һәм 20 йәшлек егеттәр һөжүм иткән. Был факт буйынса материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә тапшырылған һәм унда РФ Енәйәт кодексының 318 статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылған. 20 йәшлек егет полиция хеҙмәткәренә һөжүм итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынған», — тип белдерҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

  

    

Әйтергә кәрәк, был хәлгә тиклем Пушкин урамында йәшәүселәр наркотик йәшерергә мөмкин шикле кешеләрҙы күреүҙәре хаҡында бер нисә тапҡыр Өфө полицияһына мөрәжәғәт иткәндәр.

http://www.bashinform.ru/news/1329200-bryznuli-iz-ballonchika-i-sovershili-naezd-v-ufe-proizoshlo-napadenie-na-politseyskikh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть