Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Михаил Нестеровтың Өфөләге йорто: данлыҡлы рәссам уны емерелеүҙән нисек һаҡлаған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Билдәле рәссам, Өфөлә тыуып үҫкән Михаил Нестеров үҙе элек йәшәгән йорттоң ташландыҡ хәлдә булыуына һәм яйлап емерелеүенә әллә нисә тапҡыр зарланған. Ул йортта һырахана урынлашыуына айырыуса ризаһыҙлыҡ белдергән. Был бинаны һаҡлап ҡалыуға республиканың халыҡ рәссамы әйткән фекерҙәрҙе «Красная Башкирия» гәзите баҫып сығарған. «Башинформ» БР Милли архивы уҡыусыларҙы материалдары менән таныштырыуҙы дауам итә.

«На улице Зенцова, № 16, маленький белый дом. Этот дом некогда принадлежал художнику Михаилу Васильевичу Нестерову», — тип яҙылған гәзиттең 1928 йылдың 27 ноябрендәге һанында. Мәҡәләлә «знаменитый художник, уфимец, пользующийся мировой известностью, не раз в беседах жаловался, что дом этот заброшен, приходит в разрушение» тиелгән. Был йорт бүлмәләрен ҡуртымға алыусылар күп булған. Михаил Васильевич шулай уҡ бинала һырахана урынлашҡанына әсенгән. Ошонан сығып, рәссам йортта берәй мәҙәни-ағартыу учреждениеһы урынлашһын, иң яҡшыһы — ул художество ойошмаһына бирелһен тип бер нисә тапҡыр фекер белдергән.

«Мысль эта вполне серьезна, — тигәндәр гәзиттә. — Уфимский филиал Ассоциации художников революции — одна из молодых организаций, активных в революции, желал бы взять этот дом в свое ведение». Йорт рәссамдарға бирелһә, унда живопись оҫтаханалары, китапхана, дөйөм ятаҡ урынлашыр ине тигәндәр. «Уфимский филиал АХР до сих пор не имеет никакого помещения. Собрания устраиваются в случайных помещениях. Дом Нестерова мог бы быть местом собрания всей художественной и литературной Уфы», — тип яҙғандар мәҡәләлә. 1928 йылда Революция рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы был һорау менән Ҡала советы  президиумына мөрәжәғәт иткән. Гәзиттә бының турала: «Ходатайство это необходимо поддержать, и многие товарищи смотрят на дело вполне сочувственно, так как заслуги Нестерова общеизвестны», — тиелгән. Унда шулай уҡ Михаил Нестеровҡа республиканың халыҡ рәссамы исеме бирелгән тип хәбәр ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Революциялы Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы 1922 йылда барлыҡҡа килгән, 1928 йылда Революция рәссамдары ассоциацияһы тип үҙгәртелгән. Уға халыҡҡа аңлайышлы һәм совет ысынбарлығын документаль дөрөҫ күрһәткән ижад өлгөләрен булдырыу бурысы ҡуйылған. 1925 йылда Өфө филиалы асыла. Күргәҙмәләр ойошторола башлай, иң ҙуры 1926 йылда “СССР халыҡтарының тормошо һәм көнкүреше” тип үтә. Беҙҙең рәссамдар 1927 йылда Мәскәүҙә СССР халыҡтары сәнғәтенең юбилей күргәҙмәһендә эштәре менән сығыш яһай. 1934 йылда Революция рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы нигеҙендә республиканың Рәссамдар союзы булдырыла.

Материалдар БР Милли архивы тарафынан бирелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1329091-dom-mikhaila-nesterova-v-ufe-kak-znamenityy-khudozhnik-spasal-ego-ot-razrusheniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть