Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә пассажирлы автобус ағасҡа бәрелгән, зыян күреүселәр бар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә иртәнсәк баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә пассажир автобусы менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Өфө Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Ҡулсалы урамының №177/2 йорто ҡаршыһында 50 йәшлек ир «НефАЗ» менән идара итеп, Машиналар төҙөүселәр урамы яғына хәрәкәт иткән. Водитель автобус менән идара итә алмайынса ағасҡа бәрелгән. Һөҙөмтәлә ике пассажир төрлө йәрәхәт алған. Ваҡиға урынына килеп еткән медиктар уларға ярҙам күрһәткән.

Автобус водителе һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡулсалы урамынан хәрәкәт иткәндә уның алдына ҡапыл билдәһеҙ еңел машина сыҡҡан. «НефАЗ» менән идара иткән ир уға бәрелмәйем тип рулде уңға борған һәм ағасҡа бәрелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1329072-v-ufe-avtobus-s-passazhirami-vrezalsya-v-derevo-est-postradavshie/    

Теги: ДТП, ГИБДД
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть