Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 73.22

18 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бал ҡорттарының ниңә үлгәнен махсус комиссия тикшерәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында бал ҡорттарының үлеүен тикшергән махсус ведомство-ара төркөм барлыҡҡа килде.

Бығаса «Башинформ» агентлығы һуңғы ике аҙна эсендә республиканың ун районынан умартасылар бал ҡорттары үлә тигән мөрәжәғәттәрен ҡабул итте. Үлгән бөжәктәрҙең иҫәбе дөйөм һандан 0,6% тирәһе тәшкил итә. Был хәлдең килеп сығыуына рапс баҫыуҙарын эшкәрткән үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ғәйепле тип баралар. Төп ғәйеп кемдә икәне аныҡ түгел, үле ҡорттарҙың өлгөләре махсуслашҡан лабораторияларға тикшереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов махсус рәүештә төҙөлгән ведомство-ара эш төркөмөндә баш ҡорттарының үлеүенә килтергән сәбәптәре ентекле өйрәнелә тип белдерҙе.

Кәңәшмәлә төп версия тип умартасылыҡ тураһындағы төбәк законын һәм ауыл хужалығында ҡулланылған химик матдәләрҙең норматив акттарын боҙоу тип әйтелде. Район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуроры Рунар Шайхетдинов әйтеүенсә, быға ҡарата етди яуаплылыҡ ҡаралған, йәҙәр мең һумғаса штрафтар һалына. Шул уҡ йәһәттән был йыл ауыл хужалығына ҡарата ауыр килде: һауа торошо үҫемлектәргә зыян килтереүселәрҙең, айырыуса кәбеҫтә күбәләгенең күпләп үрсеүенә килтерә. Шуға күрә лә аграрийҙар химикаттарҙы ғәҙәттәгенән тыш күберәк ҡулланырға мәжбүр, рапс баҫыуҙарына сәскә атҡан мәлендә лә һиптерелә.  Агросәнәғәтселәр умартасыларҙың дәғүәһенә республикала юғары маржиналле культуралар үҫтергән ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәре лә иғтибарға лайыҡ тип белдерҙе. Улар эш урындары булдыра, бюджетҡа һалым индерә, ситкә продукция оҙата. Шул уҡ йәһәттән, химикаттар закондан тыш ҡулланылырға, уларҙың һауыттары утилләштерелгәндә башҡа ауыл хужалығы тармаҡтарына зыян килергә тейеш түгел, тип белдерҙе тәбиғәтте һаҡлау прокуроры.

Кәңәшмәлә үҫемлекселек һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында махсус килешеүҙәр төҙөлдө. Балсыларҙың реестрын булдырыу, бал продукцияһын һатыуҙы контролдә тотоу тураһында ла һөйләнеләр.  

http://www.bashinform.ru/news/1328875-v-minselkhoze-bashkirii-sozdali-komissiyu-dlya-izucheniya-prichiny-gibeli-pchel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть