Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.53 ↓

EUR 68.53 ↑

18 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн, 28 июндә, Өфөлә күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Шағирға һәйкәл ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған саралар программаһы сиктәрендә планлаштырылғайны. Шуға күрә уны асыу тантанаһын V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тап килтерергә хәл ителде.

Бронзанан ҡойолған алты метрлыҡ Бабич һыны Зәки Вәлиди урамында, Телеүҙәк алдында тора. Уны ҡуйыу урыны осраҡлы һайланмаған, шағир үҙенең көрәштәше Зәки Вәлиди урамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «ҡаршы алып» торор.

Ижади концепцияны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле авторы булараҡ билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук тормошҡа ашырған.

«Бына бер нисә йыл инде Өфөлә эшләйем һәм минең һәр эшем — тормошта эҙ. Рәссамға теге йәки был заман һулышына тап килгән образ тыуҙырыу мөһим. Шәйехзада Бабич образы менән дә шулай булды. Әлбиттә, уның фажиғәле яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Үҙ халҡының идеалдары өсөн йәнен фиҙа ҡылған йәш шағирҙы онотмаҫҡа һәм уның менән ғорурланырға кәрәк», — тип билдәләне Андрей Ковальчук.

Бабич һәйкәлен асыу унда ҡатнашыусылар өсөн быуындар осрашыуы булды тиергә мөмкин. Республика етәкселеге вәкилдәре, Башҡорт ҡоролтайы аҡһаҡалдары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергә тантанала студенттар, әүҙем йәштәр, эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.

Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу — республикабыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға, тип билдәләне үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

«Хәҙер Башҡортостан бөтә донъя менән осрашҡан төп конгресс майҙансығында шағир һыны тора. Ул беҙҙе тотош республикабыҙ һәм уның күп милләтле халҡының мәнфәғәте өсөн изге эштәргә дәртләндерер. Бөгөн мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына көсөбөҙҙө берләштерергә, тыуған төйәгебеҙҙе нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһарға тигән тәҡдим индерҙем. Йөҙ йыл элек Шәйехзада Бабич тап ошондай көслө һәм берҙәм Башҡортостан өсөн ғүмерен биргән дә инде. Бабич ғәҙелһеҙлекте фашлаған талантлы һүҙ оҫтаһы булып халыҡ хәтерендә ҡалған. Беҙҙең, уның тоҡомдары өсөн Бабич тауышы әүәлгесә йөрәгебеҙҙә яңғырай һәм беҙ Башҡортостандың шәп ул-ҡыҙҙарының эшен лайыҡлы дауам итеү өсөн барыһын да эшләрбеҙ! Беҙ бергә! Алға, Башҡортостан!», — тине республика етәксеһе, тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Яңы арт-объект башҡорт халҡының бөйөк улының хәтерен һаҡлау буйынса комплекслы эштең дауамы булды.

http://www.bashinform.ru/news/1324762-v-ufe-otkryli-pamyatnik-bashkirskomu-poetu-i-obshchestvennomu-deyatelyu-shaykhzade-babichu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть