Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Өфөнөң тимер юл вокзалын төҙөкләндереүгә 95 миллион һум бүлергә ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына Өфө тимер юл вокзалын төҙөкләндереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 94,8 миллион һум бүлергә ҡушты. Республика етәксеһенең тейешле бойороғо Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Өфө тимер юл вокзалын ремонтлау өсөн аҡса «2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарҙың план осорона республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған бюджет аҡсаһының дөйөм күләме кәмеүе иҫәбенә» бүленә, тип билдәләнә документта.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына «бүленгән аҡсаны маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү» бурысы йөкмәтелә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йыл аҙағына тиклем вокзалдың иҫке бинаһының нигеҙен һәм конструкцияларын нығытыу, лифттарҙы, елләтеү һәм электр менән тәьмин итеү системаларын монтажлау күҙаллана.

Өфө вокзалын төҙөкләндереү 2004 йылда башланды. 2021 йылда баш ҡаланың тимер юл вокзалын тулыһынса ремонтлау планлаштырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1323859-radiy-khabirov-rasporyadilsya-vydelit-95-mln-rubley-na-remont-zheleznodorozhnogo-vokzala-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть