Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә республика Башлығы грантына ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда республика Башлығы гранттары конкурсы иғлан ителде.

2019 йылдың 1 июленән 12-һенә тиклем гранттар конкурсының һанлы платформаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Субсидиялар формаһындағы грант гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн бирелә.

Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте. Гранттың дөйөм суммаһы — 50 миллион һум.

2019 йылдың 15 июленән 19-ына тиклем конкурс комиссияһы ғаризаларҙың конкурс шарттарына тап килеү-килмәүен тикшерә.

22 июлдән 16 авгусҡаса комиссия конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған ғаризаларҙы ҡарай.

Еңеүселәрҙе 16 августа билдәләү күҙаллана.

Тулыраҡ мәғлүмәт — Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1323642-v-ufe-obyavili-sroki-priema-zayavok-na-poluchenie-granta-glavy-bashkirii/

Теги: гранттар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть