Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.02 ↑

EUR 70.85 ↓

21 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға пособие 200 тапҡырға арттырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға пособие әлеге 50 һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыла, ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнә. Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведевтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Интерфакс» хәбәр итә.

«Йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамды арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар ай һайын бер балаға элекке 50 һум урынына 10 мең һумдан ашыу алырға тейеш», — тине Дмитрий Медведев.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта дәүләттән беренсе һәм икенсе бала өсөн айлыҡ ярҙам алыусылар һанын арттырыу өсөн ғаиләләрҙең мохтажлыҡ критерийҙарын бер кешегә йәш ярымдан ике минималь йәшәү минимумына тиклем күтәреү тураһында закон проекты әҙерләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1323615-v-rossii-v-200-raz-uvelichat-posobie-na-detey-s-polutora-do-trekh-let/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть