Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы призына көрәш буйынса турнир еңеүсеһе: «Бүләк тәүгеһе түгел, ә машина — тәүгеһе»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Бүләк тәүгеһе түгел, ә машина — тәүгеһе», — тине «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән һөйләшеүҙә Башҡортостандың Урал аръяғында ойошторолған беренсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында милли көрәш буйынса турнир еңеүсеһе Илфаҡ Ибәтуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестиция һабантуйының эшлекле өлөшө 22 июндә Сибайҙа уҙҙы. Сараның төп маҡсаты – төбәккә инвестициялар йәлеп итеү. Унда 11 илдең вәкиле, дөйөм алғанда, 1,5 мең самаһы кеше ҡатнашты.

23 июндә күләмле форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан халыҡтарының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу өсөн Әбйәлил районына һабантуйға юлланды.

Республика Башлығы призына милли көрәш буйынса турнир сағыу байрамдың төп биҙәге булды. Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ Ҡырғыҙстандан һәм Тажикстандан иң көслө көрәшселәр Әбйәлил еренә йыйылды.

Еңеүсегә республика Башлығынан төп бүләк — «Лада Веста» автомобиле.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән һөйләшеүҙә турнирҙың баш судьяһы, көрәш буйынса Башҡортостандың баш тренеры Ирәндек Байназаров билдәләүенсә, бәхәсле мәлдәр, судьяларҙың эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергән спортсылар булманы. Барыһы ла юғары кимәлдә үтте.

«Һабантуйҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашмайым, ваҡыты менән сығыш яһайым. Бер аҙна элек Өфө хакимиәте башлығы кубогында ла 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булдым. Аҡсалата бүләк алдым. Шуға ла бүләк тәүгеһе түгел, ә машина — тәүгеһе», — тип һөйләне Илфаҡ Ибәтуллин «Башинформ» агентлығына.

Дөйөм алғанда, республика Башлығы призына турнирҙа 60, 70, 80, 90, 100 килограмға тиклемге һәм унан ашыуыраҡ ауырлыҡ категорияларында алты кеше еңеүсе булды. Улар араһында автомобилде лотереялағы кеүек уйнаттылар. Ауырлыҡ категорияһы яҙылған кубиктарҙы лототронға һалып әйләндерҙеләр. Һуңынан тамашасылар араһынан бер ҡыҙыҡай «60» һанлы кубикты тартып сығарҙы. Радий Хәбировтан аҡ «Лада Веста» Өфөләге 14-се спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры Илфаҡ Ибәтуллинға тапшырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1323497-pobeditel-turnira-po-kuresh-na-priz-glavy-bashkirii-priz-ne-pervyy-a-mashina-pervaya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть