Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Иң популяр фәндән имтиханды 6,5 мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы.

Республика Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт мәктәп: Өфөнөң 161-се лицейы, Салауаттан 18-се мәктәп, Стәрлетамаҡтан 2-се гимназия һәм Өфө районы Дмитриевка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары 100 балл йыйҙы.

Былтыр өс уҡыусы ошо фәндән иң юғары балл алды.

Быға тиклем Башҡортостанда 88 кеше берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы. Географиянан  — 3 кеше (уларҙың береһе берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда, 10 кластан һуң тапшырҙы), әҙәбиәттән— 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар араһында ике тапҡыр 100 балға яҙыусылар бар. Республикала инглиз теленән йөҙ  балл алыусылар юҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1323278-4-stoballnika-v-bashkirii-stali-izvestny-rezultaty-ege-po-obshchestvoznaniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть