Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан механизаторҙары ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионы исеме өсөн көрәшә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан механизаторҙары Мордовияла башланған ер һөрөү буйынса VIII Асыҡ Рәсәй чемпионатының һайлап алыу ярыштарында иң көслөһө исеме өсөн көрәшә. Механизаторҙар араһында ойошторолған ил беренселегенә 45 төбәктән ҡатнашыусылар килде.

Башҡортостандан ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин, Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжын тамамлаған Дарья Тураева ҡатнаша.

Һайлап алыу этаптары йомғаҡтары буйынса иң көслө 10 һабансы финалға сыға. Һәр төбәк иң күп балл йыйған бер дәғүәсене генә күрһәтә ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты һөҙөмтәләре 29 июндә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бер йыл элек Суздалдә Мәләүез районынан Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Асыҡ Рәсәй чемпионаты барышында уҙған «Трактор-шоу»ҙа трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса иң яҡшыларҙың береһе булды. Ярыш йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе урынды алды.

Былтыр Асыҡ Рәсәй чемпионатында илдең 37 төбәгенән 54 механизатор ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1323217-mekhanizatory-bashkirii-boryutsya-za-zvanie-chempiona-rossii-po-pakhote/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть