Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.22

EUR 70.72

14 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Хәрби батырлыҡ» дуҫтарын йыя - 2019» фестиваленә саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканың Көйөргәҙе районында 29-30 июндә Хәрби хәрәкәт ветерандары көнөнә арналған «Хәрби батырлыҡ» дуҫтарын йыя — 2019» фестивале уҙғарыла.

Фестивалдең төп маҡсаттары иҫәбендә — йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, ветерандар дуҫлығын нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу.

Ҙур байрамды ойоштороусылар булып «Хәрби батырлыҡ»тың республика һәм Күмертау ҡала бүлексәләре, Көйөргәҙе районы хакимиәте сығыш яһай.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестиваль ҡунаҡтарын спорт ярыштары һәм мәҙәни саралар көтә. Улар араһында — гранатаны алыҫлыҡҡа ырғытыу, гер спорты, Калашников автоматын һүтеп йыйыу буйынса нормативтарҙы үтәү, противогаз кейеү, дартс һәм балыҡ тотоу.

Фестиваль «Хәтер ваҡыттан көслөрәк» проекты сиктәрендә үткәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1323215-zhiteley-bashkirii-priglashayut-na-festival-boevoe-bratstvo-sobiraet-druzey-2019/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть