Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 24 июндә «Алға» берҙәм транспорт карталары һатыуға сыҡты. Улар 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә.

«Транспорт сәғәте»ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, 1 июлгә — 2 мең, 1 авгусҡа — 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус һәм маршрутка карталарҙы хеҙмәтләндереү терминалдары менән йыһазландырыла. Дөйөм республика паркында бөтәһе 7,1 мең пасссажир транспорты бар.

Комитет 200 мең «Алға» картаһына заказ биргән. Уларҙы автобустарҙа, «Өфө-Матбуғат» киосктарында, Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә, туҡталыштарҙағы хеҙмәтләндереү пункттарында, «Байрам», «Башспирт», «Альдо», «Батыр» магазиндарында 50 һумға һатып алырға мөмкин. Карталар «Һаҡлыҡ банкы-онлайн» һәм «Уралсиб» интернет-банкы аша, хеҙмәтләндереү пункттарында тулыландырыла.

1 сентябрҙән «сәғәтлек» тариф тип аталған тариф селтәре индерелә, уның буйынса бер сәғәт эсендә яңы билет һатып алмайынса бер нисә тапҡыр күсеп ултырырға мөмкин. Өфөнөң үҙенсәлеген иҫәпкә алып, был тариф «сәғәт ярымлыҡ» була. Бер тапҡыр ҡуллана торған, айлыҡ, йыллыҡ карталар ҡаралған.

1 сентябрҙән балансты тулыландырыу, нисә тапҡыр йөрөүҙе күҙәтеү функциялары менән мобиль ҡушымта эшләй башлай.

Карта тотош төбәктә ғәмәлдә була. Мәҫәлән, республикала йәшәүселәр, Өфөгә килгәс, үҙҙәренең картаһынан файҙалана ала, һәм киреһенсә.

«Алға» картаһы менән юл хаҡы ҡулаҡсаға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә.

http://www.bashinform.ru/news/1323146-v-bashkirii-startovala-prodazha-edinoy-transportnoy-karty-alga/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть