Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары ҡыҫҡартылмай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына федераль бюджет иҫәбенә 10 191 абитуриент ҡабул ителә, ә киләһе уҡыу йылына бюджет урындары һаны 1073-кә арта. Иң күп өҫтәмә урындар Башҡорт дәүләт университетына — 574, Өфө дәүләт нефть техник университетына — 294, Өфө дәүләт авиация техник университетына бүленә  — 185. Ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ бармай.

Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында хөкүмәттең Федераль Йыйылышҡа докладына һылтанма менән мәғариф өлкәһендәге сәйәсәт тураһында мәғлүмәт баҫылды. Белдереүгә ярашлы, 2024 йылға бюджет урындары һаны быйылғы йыл менән сағыштырғанда 17% ҡыҫҡартылырға тейеш (бөгөн улар 518,4 мең). Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет башлығы Вячеслав Никонов был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. Бөгөн илдә 17-нән 30 йәшкә тиклемге 10 мең кешегә 800 урын формулаһы эшләй. Сығарылыш уҡыусыларының артыуы сәбәпле Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһында был һанды арттырырға ниәтләйҙәр. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда был киләһе уҡыу йылында була.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарындағы ҡабул итеү кампанияһы һәм популяр һөнәрҙәр тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1323090-v-bashkirii-kolichestvo-byudzhetnykh-mest-v-vuzakh-sokrashchatsya-ne-budet-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть