Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.76 ↓

EUR 71.16 ↓

22 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ростислав Мырҙағолов Башҡортостандан Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

24 июндә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов йәшерен тауыш биреү юлы менән Башҡортостан Республикаһынан Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды.

Тауыш биреүгә ике кандидат тәҡдим ителде: Мырҙағоловтан тыш, Башҡортостан Республикаһы студенттарының хеҙмәт отрядтары лидеры Ирина Сухарева. Быға тиклем Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында Башҡортостанды «Торатау» конгресс-холының хәҙерге директоры Айгөл Моратова күрһәтте. Ул төп эш урынында эштең күплегенә бәйле үҙ теләге менән Йәмәғәт палатаһы составынан сығыу тураһында ғариза яҙҙы.

«Төбәктәрҙән Йәмәғәт палатаһы ағзаларына субъекттарҙы федераль кимәлдә алға ебәреү бурысы йөкмәтелә, — ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. — Беҙ Ростислав Мырҙағоловҡа төбәгебеҙҙе Рәсәй кимәлендә уңышлы күрһәтеүен һәм илдең Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуын теләнек. Республикабыҙ вәкиленең беҙҙең тәжрибәләрҙе һәм проекттарҙы әүҙем күрһәтеүе мөһим».

http://www.bashinform.ru/news/1323026-rostislav-murzagulov-izbran-chlenom-obshchestvennoy-palaty-rossii-ot-bashkirii/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть