Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә 14 гектар урман янған, янғындар һүндерелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Уҙған тәүлектә Башҡортостан биләмәһендә дөйөм майҙаны 14 гектар самаһы тәшкил иткән өс урман янғыны һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығынан.

Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ.

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 1664,7  гектарҙан ашыу майҙанда 123 урман янғыны теркәлгән.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек республикала 94 янғын теркәлгән. 739,7 гектарҙан ашыу ер уттан зыян күргән.

Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда икенсе, урыны менән өсөнсө һәм дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.

Башҡортостандың 11 районында — Әбйәлилдә, Баймаҡта, Бәләбәйҙә, Бөрйәндә, Йылайырҙа, Күгәрсендә, Көйөргәҙелә, Мәләүездә, Стәрлебашта, Учалыла һәм Федоровкала юғары, дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1322778-v-bashkirii-sgorelo-14-gektarov-lesa-pozhary-likvidirovany/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть