Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.36 ↑

EUR 70.93 ↓

15 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

27 июндә Башҡортостанда алкоголь һатылмай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Был аҙнала, 27 июндә — Йәштәр көнөндә — Башҡортостанда йәнә «ҡоро закон» ғәмәлдә була. Был көндә республика магазиндарында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттары һабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» республика законына ярашлы, киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем хәмер һатыу тыйыла (элек төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине).

http://www.bashinform.ru/news/1322791-27-iyunya-alkogol-v-bashkirii-prodavatsya-ne-budet-/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть