Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Стивен Сигалға милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуйҙа танылған Голливуд актеры, хәрби сәнғәт мастеры Стивен Сигалға милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Һабантуй 23 июндә Әбйәлил районында, Асҡар ауылы янында Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында уҙҙы.

Актер һүҙҙәренсә, был «уның элек таныш булмаған берҙән-бер көрәш төрө». Радий Хәбиров уға милли көрәштең бер нисә алымын күрһәтте.

Радий Хабиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә яҙыуынса, «Стивен Сигалдың спорт, шул иҫәптән көрәш донъяһында абруйы ҙур. Беҙ уның менән ошо йүнәлеште үҫтереүҙе , шулай уҡ көрәш һарайына бәйле идеяларҙы тикшерәбеҙ. Ул — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус вәкиле. Күп яҡлы шәхестең тағы бер яғы бар — ул республиканы ҙур агросәнәғәт бизнесын башлау варианттарының береһе булараҡ ҡараған инвесторҙар берләшмәһен күрһәтә, шул иҫәптән АҠШ-тан. Эйе, ул бер кемгә лә селфи төшөүҙән һәм интервью биреүҙән баш тартмай, ләкин ул бушҡа ғына беҙҙең менән ҡыҙыҡһынмай. Бер үк ваҡытта уға беҙҙең һабантуйҙарыбыҙ ҙа ныҡ оҡшай», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Һабантуйҙа Башҡортостандың 19 районынан, Рәсәйҙең дүрт төбәгенән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында көрәш буйынса ярыштар уҙҙы. Улар араһында — Рәсәй һәм донъя чемпиондары.

http://www.bashinform.ru/news/1322720-v-bashkirii-radiy-khabirov-pokazal-stivenu-sigalu-master-klass-po-natsionalnoy-borbe-kuresh/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть