Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

«Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы йомғаҡ яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

19-20 июндә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған VII «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы уҙҙы.

Гран-приҙы Благовар районынан Илмир Ҡоҙабаев яуланы. Конкурсҡа нигеҙ һалған Роберт Заһретдиновтың ҡыҙы Айһылыу Заһретдинова үҙенең бүләген – көмөш ҡумыҙҙы Баймаҡ районынан Байрас Ғафуровҡа тапшырҙы.

Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл байрамда Алтай Республикаһынан, Татарстандан, Кемерово, Свердловск, Һамар өлкәләренән, Мәскәү, Силәбе, Межгорье, Салауат, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Благовар, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Салауат, Өфө, Учалы райондарынан 46 солист һәм 19 ансамбль ҡатнашты.

Конкурсанттарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мҙәниәт хеҙмәткәре, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов рәйеслегендәге жюри баһаланы. Профессиональ жюри бер тауыштан йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙы баһалау ҡатмарлыраҡ булыуын, башҡарыусыларҙың оҫталығы арта барыуын, быйыл бигерәк тә һәләтле балаларҙың шатландырыуын билдәләне.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы Мәҙәниәт йортонда уҙған гала-концертты 2017 йылда Халыҡ-ара фестивалдең Гран-прийын алған Заһир Зәйнетдинов – Zainetdin асты. Халыҡ-ара конкурсты ябыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Ул мәсетлеләргә башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлағаны һәм ҡумыҙҙа уйнауҙы, өзләүҙе популярлаштырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе

Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтөн донъяға билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған. Ойоштороусылары – Мәсетле районы хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

http://www.bashinform.ru/news/1322401-mezhdunarodnyy-konkurs-kubyzistov-i-ispolniteley-gorlovogo-peniya-golos-aya-podvel-itogi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть