Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.76 ↓

EUR 71.16 ↓

22 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтарын тапшырҙы — хәҙер улар 11 булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидаттың документтары тапшырылды. «Социаль яҡлау» сәйәси партияһынан 33 йәшлек Алексей Молокин күрһәтелде. Республика етәксеһе вазифаһына дәғүәсе Өфөлә йәшәй, урта белемгә эйә һәм бөгөн «Социаль яҡлау» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе вазифаһын биләй.

20 июндә 53 йәшлек Рәмилә Сәйетова ла Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итергә теләүе тураһында белдерҙе. Кандидат «Рәсәй Социалистик партияһы» сәйәси партияһынан тәҡдим ителде. Рәмилә Сәйетова Өфөлә йәшәй, юғары белемле һәм шәхси юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәк Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар тапшырылды: «Берҙәм Рәсәй»ҙән — Радий Хәбиров, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан — Владимир Кобзев, КПРФ-тан — Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан — Иван Сухарев,  «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — Юрий Игнатьев, «Яблоко» партияһынан — Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан — Рәфис Ҡадиров, «Йәшелдәр» партияһынан — Сания Тимасова.

http://www.bashinform.ru/news/1322194-v-tsik-bashkirii-pozhali-dokumenty-eshche-dva-kandidata-na-post-glavy-respubliki-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть