Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Һалым хеҙмәте суд приставтары менән бергә мөлкәт һалымдары буйынса рейдтар үткәрә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда һалым хеҙмәте суд приставтары менән бергә мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләмәгән бурыслылар буйынса рейдтар үткәрә башланы, тип иҫкәрттеләр Федераль һалым хеҙмәте идаралығында. Улар иртәле-кисле уҙғарыла һәм йыл аҙағына тиклем дауам итә. Рейдтар ваҡытында аҡсаны тартып алыуҙары, күсемһеҙ милеккә һәм мөлкәткә, шул иҫәптән автомобилгә арест һалыуҙары ихтимал.

Инспекторҙар Федераль һалым хеҙмәте сайтында, һалым инспекцияһында, күп функциялы үҙәктә бурыстың булыу-булмауын тикшереүҙе һорай.

1 июнгә халыҡтың мөлкәт һалымдары буйынса дөйөм бурысы 2,4 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 1,5 миллиарды транспорт һалымына тура килә.

http://www.bashinform.ru/news/1322216-nalogovyy-dolg-zhiteley-bashkirii-2-4-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть