Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары «Торатау йыйыны» байрамында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторола. Ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль һәм тағы 21 илдең вәкилдәре ҡатнаша.

Унда мөһим мәсьәләләр тикшерелә һәм башҡорт халҡы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә. Көн тәртибендә — Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау, халыҡ тормошоноң төп өлкәләре буйынса ағымдағы хәлгә баһа биреү һәм аныҡ проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәҡдимдәр.

Съездың төп көнө «Торатау» конгресс-холында уҙа, пленар ултырыштан һуң түбәндәге темалар буйынса һигеҙ секция эш башлай: мәғариф һәм кадрҙар; башҡорт теле; тарих һәм берҙәйлек, демография һәм сәләмәтлек; медиа һәм киң мәғлүмәт саралары; мәҙәниәт һәм сәнғәт; бизнес һәм кооперация; төбәктәрҙәге башҡорттар.

Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, съезд Ишембай районында, Торатау итәгендә тамамлана. Унда делегаттар «Торатау йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнаша. Сара барышында яңы Башҡарма комитет ултырышы һәм Стратегияны бойомға ашырыу буйынса киңәйтелгән эшсе төркөм йыйыу ҡаралған.

Беренсе көндә, шулай уҡ секциялар эшләгән ваҡытта, онлайн-трансляция алып барыла. Теләгән һәр кем фекер алышыуҙарҙы күҙәтә, реаль ваҡыт режимында тәҡдимдәр индерә ала. Тәҡдимдәр индереү механизмы V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында күрһәтелә.

V съездың эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡтар сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылған.

Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғара.

http://www.bashinform.ru/news/1322165-delegaty-v-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-primut-uchastie-v-prazdnike-toratau-yyyyny/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть