Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ спортсыһы Берлинда йөҙөү буйынса Донъя кубогында еңде

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Берлинда насар күреүселәр араһында йөҙөү буйынса Донъя кубогында еңеүсе булды, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте.

Артур Сәйфетдинов 50, 100 һәм 200 метрға брасс стилендә йөҙөүҙә өс алтын миҙал яуланы. Алтын миҙалдарҙан тыш, спортсы кроль менән 100 метрлыҡ арауыҡта көмөш миҙал алды. Өҫтәүенә брасс менән 50 һәм 200 метрлыҡ арауыҡтарҙа ике донъя рекорды ҡуйҙы.

Хәҙер Артур сентябрҙә Лондонда үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләнә.    

http://www.bashinform.ru/news/1322133-sportsmen-iz-sterlitamaka-vyigral-v-berline-kubok-mira-po-plavaniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть