Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.47

EUR 71.53

16 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең бенефисын үткәрә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров үҙенең 45 йәшенә арналған бенефисын үткәрә. 21 июндә театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе киске сәғәт 7-гә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына юбилей концертына саҡыралар. Театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, билеттар һатылып бөткән.

«Кисәне еңел, күңелле жанрҙа ойошторабыҙ, — тип вәғәҙәләне Азамат Ғафаров театр матбуғат конференцияһында. — Тәүге бүлек театрлаштырылған тамаша була, уға Азат Йыһаншин, Алмас Әмиров ҡатнашлығындағы номерҙар индерелә, ә икенсе бүлек — концерт. Дуҫтарым, коллегаларым ҡотларға килә».

Сәхнәгә юбилярҙың атаһы — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татартсандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, артистың хәләл ефете — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Ғафарова-Ғәлина сыға, эстрада йондоҙҙары Айҙар Ғәлимов һәм Zainetdin проекты сығыш яһай.

Кисә барышында Ғафаровтар дуэты башҡарыуында яңы йырҙарҙың премьераһы була.

http://www.bashinform.ru/news/1322059-v-ufe-narodnyy-artist-bashkortostana-azamat-gafarov-provedet-svoy-benefis/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть