Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95 ↓

EUR 71.12 ↓

19 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республикала рәсми рәүештә «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты старт алды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Документта әйтелгәнсә, проект «граждандарҙың идара итеү ҡеүәтен асыҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарын, ойошмаларҙы, предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү сифатын арттырыу маҡсатында» булдырыла.

Проект ике бүлектән тора. «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсы идара итеү тәжрибәһенә эйә булған 25-45 йәшлектәргә йүнәлтелгән. Был конкурс 17 июндән 5 сентябргә тиклем бара, проекттың сайтында 11 июлгәсә теркәлергә мөмкин.

Икенсеһе — «Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары» конкурсы 18-35 йәшлек кадрҙарҙы табыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ул 17 декабргә тиклем бара, теркәлеү ваҡыты – 12 июлдән 1 авгусҡа ҡәҙәр.

Указ менән проект тураһында положение, күҙәтеү советының һәм ойоштороу комитетының составы раҫланды. Күҙәтеү советына Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Аҙат Баҙранов, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов, Башҡортостан Башлығы секретариаты начальнигы Татьяна Пашкова, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова инде.

«Рәсәй лидерҙары» федераль конкурсы кеүек үк һайлап алыу бер нисә этапта уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1321853-radiy-khabirov-podpisal-ukaz-o-kadrovom-proekte-lidery-bashkortostana/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть