Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95 ↓

EUR 71.12 ↓

19 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Урал аръяғы–2019» инвестиция һабантуйының ҡунағы — Стивен Сигал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

22 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумының пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм саҡырылған ҡунаҡтар, шул иҫәптән Голливуд актеры Стивен Сигал ҡатнаша. Форумдың модераторы — Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Александр Любимов.

Шулай уҡ форум секцияларында эшлекле мөхит булдырыу һәм бизнесты яҡлау, Рәсәйҙә туризм, экология һәм башҡа темалар тикшерелә. Сараның программаһы 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана.

Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы вәкилдәре ҡатнаша. Улар иң матур тирмәләр ҡора, ихаталар ойоштора. Милли уйындарҙан һәм конкурстарҙан тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «ZAINETDIN» этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар ҡатнашлығында байрам концерты көтә. Сарала Республика Башлығы призына милли көрәш турнир үткәрелә. Төп бүләк – автомобиль. Шулай уҡ ат сабыштары ойошторола. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.

«Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1321561-gostem-investitsionnogo-sabantuya-zaurale-2019-v-bashkirii-stanet-stiven-sigal-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть