Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Һабантуйҙар ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәй төбәктәрендә халыҡ байрамдары – һабантуйҙар бара. Быйыл улар Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған. Республика рәсми делегацияларының халыҡ байрамдарында ҡатнашыуы дауам итә.

29 июндә Ленинград өлкәһендә һабантуй була. Унда Башҡортостандың Ғафури һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәре ҡатнаша. Байрам барышында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.

29 июндә Һамар өлкәһендә Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы уҙғарыла, Башҡортостандан унда Нуриман районы һәм Учалы филармонияһы ҡатнаша.

6 июлдә Мәскәүҙә, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында һәм Һамарҙа Хәйбулла, Кушнаренко, Күгәрсен районы, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашлығында байрамдар ойошторола.

20 июлдә Свердловск өлкәһе Сысерт районында һабантуй була.

27 июлдә Ырымбурҙа һабан байрамы үткәрелә.

Бөтә һабантуйҙарҙа этно-фольклор башҡорт тирмәһен ҡороу, ижади коллективтарҙың сығышы, ҡунаҡтарҙы башҡорт милли ризыҡтары менән һыйлау, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштороу күҙаллана.

Һабантуйҙар башҡорт мәҙәниәтен һәм милли спорт төрҙәрен һаҡлау һәм үҫтереү, республиканан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү, төбәктәр араһында мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр булдырыу өсөн уҙғарыла.

8 июндә тәүгеләрҙән булып халыҡ байрамын Һарытау өлкәһендә йәшәүселәр үткәрҙе. 15-16 июндә Ҡурған өлкәһендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм Екатеринбург ҡалаһында һабантуйҙар уҙҙы. Рәсми делегациялар составында республиканың Миәкә, Ҡыйғы, Бүздәк, Салауат, Ишембай, Дүртөйлө райондары вәкилдәре ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1321298-v-regionakh-rossii-prokhodyat-sabantui-k-100-letiyu-obrazovaniya-bashkortostana/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть