Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан мәктәптәренә 132 миллион һумға һанлы техника һатып алына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 63 мәктәпкә яңы уҡыу йылына хаҡы 2,1 миллион һумлыҡ һанлы техника комплекты һатытп алына. Өфө был һатып алыуҙарға индерелмәгән. Берлектәге аукцион 8 июлгә билдәләнгән. Контракттың дөйөм хаҡы — 132,4 миллион һум.

Һәр мәктәпкә бер күп функциялы яйланма (принтер, сканер, күсермә яһау аппараты), ике интерактив комплекс, ике иҫәпләү комплексы, уҡытыусылар өсөн ике ноутбук,  класс өсөн 30 ноутбук, мәктәп етәкселеге өсөн алты ноутбук бирелә.

Аукцион документтарынан күренеүенсә, техника «Һанлы белем биреү мөхите» республика проекты сиктәрендә федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың аҡсаһына һатып алына.

http://www.bashinform.ru/news/1321417-dlya-shkol-bashkirii-zakupaetsya-tsifrovaya-tekhnika-na-132-mln-rubley/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть