Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исеме бирелеүе мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем биреү буйынса йәмәғәт фекер алышыуында ҡатнашырға саҡыралар.

Был исем хеҙмәт батырлыҡтары һәм ҡаҙаныштары менән фашизмды Еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларға бирелә. Әлеге көндә Рәсәйҙең 24  ҡалаһы «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исемен йөрөтә. Өфөә улар иҫәбендә булырға лайыҡлы, тип иҫәпләй белгестәр.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең терәк үҙәктеренең береһенә әүерелгән. Ҡала 40 -тан ашыу предприятиены, дәүләт, белем биреү, ғилми, мәҙәни учреждениеларҙы ҡабул итеп урынлаштырған, шулай уҡ илдең үҙәк, көнбайыш һәм көньяҡ райондарынан эвакуацияланған 104 мең кешене үҙенә һыйындырған. Рыбинск ҡалаһының авиация заводы (хәҙер Өфө моторҙар эшләү берекмәһе) иң мөһим предприятиеларҙың береһе булған. Һәр өсөнсө хәрби совет самолеты Өфөлә сығарылған двигатель менән йыһазландырылған. Өфө нефть эшкәртеү заводы фронтҡа бер милллион тоннанан ашыу яғыулыҡ һәм башҡа кәрәкле продукция оҙатҡан. Ҡалала 7 хәрби берләшмә һәм часть, атап әйткәндә, биш дивизия  ойошторолған, улар араһында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы бар.

Өфөгә ошо исемде биреү тураһында тәҡдим тәүгә 2015 йылдың майында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Өфө» китабының исем туйында яңғыраны.

Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙе баш ҡалаға «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исемен биреүгә үҙ фекерҙәрен белдерергә саҡыралар. Тәҡдимдәрҙе Өфө ҡалаһы, 450098, Октябрь проспекты, 120 адресы буйынса йәки op@ufacity.info электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: +7 (347) 279 03 61. Тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1321250-ufa-mogut-prisvoit-zvanie-gorod-trudovoy-doblesti-i-slavy/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть