Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала торлаҡ төҙөлөшө күләме өстән бер өлөшкә артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Уҙған йылдың ғинуар-май айҙары менән сағыштырғанда, республикала торлаҡ төҙөлөш күләме 31,9% артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Быйыл тәүге биш айҙа республика биләмәһендә дөйөм майҙаны 814 мең квадрат метрҙан ашыу 10,1 мең фатир төҙөлгән. Мең кешегә иҫәпләгәндә, 201 «квадрат» торлаҡ сафҡа индерелгән.

Төбәктә торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит аҡсаһына һалған торлаҡ өлөшө 67,1% тәшкил иткән. Халыҡ дөйөм майҙаны 546 квадрат метрҙан ашыу 4 849 шәхси йорт төҙөгән. Был 2018 йылдың ғинуар-май айҙарына ҡарағанда 8,3% күберәк.

Төҙөүселәр — юридик берәмектәр ошо ваҡытта 268 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡты файҙаланыуға тапшырған, 2018 йылдың тәүге биш айы менән сағыштырғанда 2,4 тапҡырға күберәк.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында республика сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса — икенсе, йән башына торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән өсөнсө урында, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.

http://www.bashinform.ru/news/1321374-obemy-zhilishchnogo-stroitelstva-v-bashkirii-vyrosli-na-tret/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть