Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Йолаға әүерелгән Журналистар фестивале Ҡырмыҫҡалы районында ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Журфест-2019» 26 июндә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы янында була.

«Үҙеңдең республикаңды бел!» — быйылғы фестивалдең темаһы шулай атала. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм республиканың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнала.

Фестиваль барышында түңәрәк өҫтәлдәр һәм дискуссиялар ойошторола, уларҙа киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге белгестәр, республикала билдәле блогерҙар ҡатнаша. Эксперттар киң мәғлүмәт сараларында эске туризмды күрһәтеүҙең заманса технологияларын, төбәк киң мәғлүмәт сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу алымдарын һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерә.

Сара ҡунаҡтарының «Мәргән уҡсы» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ҡарау мөмкинлеге бар, һуңынан теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шулай уҡ милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау ойошторола. Унда федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио, интернет-берләшмәләр вәкилдәре ҡатнаша.

Байрам сәғәт 11-ҙә башлана. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт сараһын, ҡатнашыусының исем-шәрифен һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрен күрһәтеп, Башҡортостан Журналистар берекмәһенең электрон адресына journalist-rb@yandex.ru ғариза ебәрергә кәрәк.

Журналистар һабантуйын ойоштороусы булып Башҡортостандың Журналистар берекмәһе сығыш яһай.

http://www.bashinform.ru/news/1321301-v-bashkirii-traditsionnyy-zhurfest-sostoitsya-v-karmaskalinskom-rayone/

Теги: журфест
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть