Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Вьетнам Башҡортостанда етештерелгән вертолеттар менән ҡыҙыҡһына

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Вьетнам Күмертау авиация заводы етештергән «Ка» маркалы вертолеттарға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Вьетнам Социалистик Республикаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры То Лам осрашыуҙа ошо мәсьәләне тикшерҙе. Махсус конструкциялы вертолеттарҙың донъяның 30 илендә файҙаланылыуы билдәләнде.

Шулай уҡ республика етәксеһе һәм Вьетнамдан килгән ҡунаҡ нефть-газ сәнәғәтендә, машиналар эшләүҙә, ауыл хужалығында һәм хәүефһеҙлектә артабанғы хеҙмәттәшлекте тикшерҙе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Вьетнам делегацияһы Өфөгә именлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәрҙең X халыҡ-ара осрашыуына килде. Фекер алышыуҙарҙа 119 илдең вәкиле ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1321061-vetnam-zainteresovalsya-vertoletami-bashkirskogo-proizvodstva-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть