Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Әбйәлил районында һабантуй 23 июнгә күсерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Әбйәлил районында һабан байрамы — һабантуй 23 июнгә күсерелде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тейешле указы Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйылдан башлап республикала һабантуйҙар хәмерһеҙ үткәрелә.

30 майҙа Дәүләт Йыйылышы депутаттары һабантуй көндәрендә, шулай уҡ 27 июндә — Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә — Белем байрамында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

1 июндә Бөрйән районында 2019 йылғы һабантуйҙарға старт бирелде. Сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан ойошторолған байрамда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1320922-prazdnovanie-sabantuya-v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-perenesli-na-23-iyunya/  

Теги: һабантуй
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть