Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Иҫерек» юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйеплеләргә 3-15 йылға иректән мәхрүм ителеү янай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән үлемесле юл фажиғәһе өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Документҡа ярашлы, хәҙер юл-транспорт ваҡиғаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән осраҡта, иҫерек водителгә 3-тән 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Әле бының өсөн 4 йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Аварияла кеше ғүмере өҙөлгән осраҡта, иҫерек водителгә яңы закон буйынса 5-12 йыл биреүҙәре мөмкин (хәҙер 2-7 йыл). Ике һәм унан да күберәк кеше һәләк булған өсөн «иҫерек» юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйеплеләргә 8-15 йыл янай (хәҙер 4-9 йыл).

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 2-се, 4-се һәм 6-сы бүлектәренә тейешле төҙәтмәләр индерелде. Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 263-сө статьяһына төҙәтмәләр менән йәмәғәт, тимер юл, һауа, диңгеҙ һәм эске һыу транспорты менән идара итеүселәргә лә санкциялар көсәйтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законды 30 майҙа Дәүләт Думаһы ҡабул итте һәм 11 июндә Федерация Советы раҫланы.      

http://www.bashinform.ru/news/1321005-vinovnikam-pyanykh-dtp-mozhet-grozit-lishenie-svobody-ot-3-do-15-let/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть