Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмы Тарковский исемендәге кинофестивалдә күрһәтелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Плёс ҡалаһында Андрей Тарковский исемендәге «Көҙгө» халыҡ-ара кинофестивале барышында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» нәфис фильмы күрһәтелде. Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, картина менән төп ролдәрҙе йәш башҡарыусылар — актерҙар Марта Тимофеева һәм Арыҫлан Ҡырымсурин, шулай уҡ фильмдың продюсеры Михаил Курбатов һәм ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов таныштырҙы.

Фильмды ҡарарға Иваново өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский һәм уның хәләл ефете, «Көҙгө» кинофестиваленең продюсерҙар төркөмө һәм ҡунаҡтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың ғаиләләре, Плёс ветерандары, шулай уҡ Плёс урта мәктәбе һәм Иваново өлкәһе мәктәптәре уҡыусылары килде.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский кино күрһәтеүҙе ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү хаты ебәрҙе. Ул «Һеңлекәш» «бөтә быуын тамашасыларының йөрәгенә үтеп инер, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ хис-тойғолар бүләк итер» тигән ышаныс белдерҙе һәм тамашасыларға рәхәтләнеп ҡарауҙарын теләне.

«Һеңлекәш» фильмының нигеҙендә — Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1952 йылда яҙған «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы. Фильмды Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Картина Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.

http://www.bashinform.ru/news/1320885-film-sestryenka-po-povesti-mustaya-karima-pokazali-na-kinofestivale-imeni-tarkovskogo/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть