Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.63 ↓

EUR 70.91 ↑

23 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров «Башҡортостан лидерҙары» конкурсының башланыуын иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә яҙҙы.

«Бөгөн мөһим яңы проектты башлайбыҙ. Ул беҙгә һауа кеүек кәрәк, сөнки һәр етәксенең ике проблемаһы бар — квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм йөҙәткес, квалификацияһы булмағандарҙан нисек ҡотолорға. Икеһен дә хәл итеү өсөн беҙ «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын ойошторабыҙ ҙа инде. Проекттың маҡсаты — кандидаттарҙы ғәҙел, таныш-тоношһоҙ һәм коррупцияһыҙ һайлап алыу».

Республика етәксеһе конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа уҙасағын хәбәр итте. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алына.

«Уларҙың һәр береһе үҙенең потенциалын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә була. Ә беҙ иһә республикаға үҫешергә ярҙам итергә һәләтле профессионалдар алырбыҙ. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм конкурс еңеүселәрен Туҡай урамы, 46-сы йортта түҙемһеҙлек менән көтәм, бергәләп эшләрбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Тулыраҡ мәғлүмәт — проекттың сайтында.      

http://www.bashinform.ru/news/1320889-radiy-khabirov-obyavil-o-starte-konkursa-lidery-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть