Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда туризм тураһында журналистар конкурсы еңеүсеһе шифаханаға юллама менән бүләкләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда туризм темаһын яҡтыртыуға журналистар конкурсы иғлан ителде. Конкурстың төп бүләге — Башҡортостандың «Янғантау» шифаханаһында ике аҙналыҡ ял, һауыҡтырыу процедуралары ла индерелгән.

Жюри составында «Digital Ҡоролтайҙа» конференцияһы спикерҙары һәм ойоштороусылары эшләй. Иң яҡшы эш 2019 йылдың 1 сентябрендә билдәләнә. Конкурста 2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 авгусына тиклем баҫылып сыҡҡан һәм эфирҙа яңғыраған материалдар ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 14 июнендә Рәсәйҙең төп digital эксперттары Өфөгә йыйылды: Башҡортостандың баш ҡалаһы Дәүләт Йыйылышында өсөнсө «Digital Ҡоролтайҙа» конференцияһын ҡабул итте. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Туризмды үҫтереү үҙәге һәм R&R коммуникатив агентлығы.

Конференцияның спикерҙары булып Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров, «Эхо Москвы» радиостанцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Максим Курников (Мәскәү), Sputnik агентлығының корпоратив бәйләнештәр буйынса директоры Петр Лидов (Мәскәү), Agenda media ойоштороусыһы Олег Бармин (Мәскәү), Валентин Васин (Һаҡлыҡ банкы, Мәскәү), политтехнолог Виталий Шкляров (Мәскәү), «АКАР Урал» директоры Алексей Парфун (Екатеринбург), «Комсомольская правда» нәшриәт йорто директоры урынбаҫары Роман Карманов (Мәскәү), «Суровый питерский SMM» һәм SOLD OUT конференцияһын ойоштороусылар Дмитрий Румянцев (Санкт-Петербург) һәм Наталья Франкель сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1320681-v-bashkirii-pobeditelya-konkursa-dlya-zhurnalistov-po-turizmu-nagradyat-putevkoy-v-sanatoriy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть